Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин төбәктәрҙең һайланып ҡуйылған башлыҡтары менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 8 сентябрҙә – берҙәм тауыш биреү көнөндә һайланып ҡуйылған 19 төбәк башлығы менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Владимир Путин төбәк башлыҡтарын вазифаға һайланыуҙары менән ҡотланы.

«Һеҙгә эшегеҙҙең темпын кәметмәүегеҙҙе һәм ошо юғары вазифала һайлау алды кампанияһы осорондағы кеүек үк яҡшы эшләүегеҙҙе теләйем. Сөнки хәҙер һеҙгә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – даими рәүештә йәмғиәттең тын алышын, халыҡтың нимә көткәнен һәм уларҙың һеҙҙең башҡарған эшегеҙгә ҡарашын тойорға. Ә был — иң мөһиме», — тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин һайланып ҡуйылған етәкселәргә халыҡҡа иғтибарлы булыуҙарын теләне.

«Был ошондай юғары кимәлдәге һәр етәксенең эшендә бик мөһим. Телмәремде ябай ғына һүҙҙәр менән тамамлағым килә: һеҙгә уңыштар теләйем. Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде еткерәм».

http://www.bashinform.ru/news/1364713-vladimir-putin-vstretilsya-s-izbrannymi-glavami-regionov/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть