Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Алдағы оҙайлы ялдарҙа республикала һауа торошо ниндәй була

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башгидромет белгестәре алдағы оҙайлы ялдарға һауа торошо хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы көтөлә. Ваҡыты менән ямғыр яуыуы мөмкин. Температура түбән, ләкин һаман да ғәҙәти күрһәткестәрҙән 1-3 градусҡа юғарыраҡ була.

Иртәгә, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, көндөҙ бер аҙ ямғыр  көтөлә. Ел төндә йомшаҡ, көндөҙ көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1,-6 градус, урыны менән +5-кә тиклем, көндөҙ +7,+12 градус.

Шәмбе, 12 октябрҙә лә, ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,+5, аяҙытҡанда -5-кә тиклем, көндөҙ +5,+10 градус.

Йәкшәмбе, 13 октябрҙә, көндөҙ +8, төндә +5 градус була.

http://www.bashinform.ru/news/1364741-kakoy-budet-pogoda-v-bashkirii-v-predstoyashchie-dlinnye-vykhodnye/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть