Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәтендә Балалар әҙәбиәте антологияһының исем туйы үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә өс томлыҡ «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡ 2012-2018 йылдарҙа башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән. Төҙөүсеһе – яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Антологияла 200-ҙән ашыу Башҡортостан яҙыусыһының әҫәрҙәре тупланған. Уға шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр генә түгел, пьесалар ҙа ингән. Антологияла материалдар хронологик тәртиптә урынлашҡан: беренсе том башҡорт халыҡ ижады менән асыла. Өсөнсө томға хәҙерге авторҙар индерелгән, уларҙың иң йәшенә – 22.

«Балаларҙы китапһыҙ тәрбиәләп булмай. Рәсәйҙә китап сығарыу сәскә атһа ла, балалар әҙәбиәте бер аҙ ситтәрәк ҡала. Шуға күрә мин республиканың ике дәүләт – башҡорт һәм рус телдәрендә Балалар әҙәбиәте антологияһын төҙөү эшенә тотондом. Балалар әҙәбиәте антологияһын баҫтырып сығарыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн «Китап» нәшриәтенә ныҡ рәхмәтлемен. Уның аша беҙҙең кескәй уҡыусыларыбыҙ Башҡортостандың төрлө милләт яҙыусыларының ижады менән таныша ала», — тине Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Сараға әҫәрҙәре антологияға индерелгән Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, Өфө мәктәптәре уҡыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев антологияға юғары баһа бирҙе.

«Бала саҡ сағыу ваҡиғаларҙан тыш, әсәйҙән ишеткән бишек йырҙары, әкиәттәр, йомаҡтар, легенда-риүәйәттәр менән дә хәтерҙә ҡала. Балалар әҙәбиәтенең роле баһалап бөткөһөҙ: ул кескәйҙәрҙең рухи донъяһын байыта, уларҙы тәрбиәләй һәм йүнәлеш бирә. Башҡорт балалар әҙәбиәтенең быуаттарға торошло традициялары бар. Балалар әҙәбиәте антологияһында боронғо дәүерҙән алып беҙҙең көндәргәсә балалар өсөн иң шәп әҫәрҙәр тупланған».

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ошо баҫманың әҙәбиәт тарихында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле булыуын билдәләне. «Балалар өсөн яҙығыҙ, сөнки кешене тәрбиәләү бала саҡтан уҡ башлана, әҫәрҙәребеҙ аша балаларҙың саф күңеленә сәселгән изгелек, намыҫ, халҡыңа һәм илеңә һөйөү орлоҡтары мотлаҡ һәйбәт шытым бирер!» — тине ул яҙыусыларға.

«Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева Стәрлетамаҡта, Дүртөйлөлә, Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» фестивалендә ошо йыйынтыҡтың исем туйҙарының уңыш менән үтеүен билдәләне. Балалар әҙәбиәте антологияһы төрлө конкурстарҙың дипломдарына лайыҡ булған, шулай уҡ «2018 йылдың иң яҡшы китаптары» конкурсы йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы 50 төбәк баҫмаһы» исемлегенә ингән.

Сарала авторҙар, шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, 93-сө лицей уҡыусылары уҡыуында антологияға индерелгән шиғырҙар яңғыраны. Ҡурай моңо, башҡорт йырҙары һәм балалар башҡарыуында «Гөлнәзирә» бейеүе исем туйында ҡатнашыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.

http://www.bashinform.ru/news/1364662-v-izdatelstve-kitap-sostoyalas-prezentatsiya-antologii-detskoy-literatury/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть