Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.85 ↓

EUR 70.42 ↑

13 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала өс йәшкәсә балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси балалар баҡсалары өсөн түләүҙең 6 мең һумын ҡаплайҙар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостандың шәхси мәктәпкәсә ойошмаларында урын алыу өсөн сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.

Раҫланған тәртипте һынау Стәрлетамаҡта башланды. Уның буйынса шәхси балалар баҡсаларына республика һәм урындағы бюджеттарҙан һәр балаға ай һайын 6 мең һум бүленә.

Проект уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта, 2020 йылдың 1 сентябренән шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар тапшырыу тәжрибәһе Башҡортостандың бөтә ҡалаларына һәм райондарына таратыла.

Сертификат түләүле муниципаль балалар баҡсаһына урын көткән ваҡытта шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алырға хоҡуҡ бирә.

«Ике айҙан өс йәшкә тиклемге, балалар баҡсаларында урын менән тәьмин ителмәгән һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына электрон төрҙәге берҙәм республика сираты» дәүләт мәғлүмәт системаһында иҫәптә торған балаларҙың ата-әсәләренең (законды вәкилдәре) сертификат алыу хоҡуғы бар», тип билдәләнә республика хөкүмәте ҡарарында.

http://www.bashinform.ru/news/1364270-chastnye-detsady-bashkirii-budut-ezhemesyachno-poluchat-po-6-tysyach-rubley-za-kazhdogo-rebenka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть