Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

17 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр мобиль ҡушымта аша законһыҙ ағас ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең смартфондарына бушлай «Башҡортостан Республикаһының урман картаһы» мобиль ҡушымтаһын күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Ул Android һәм iOS операция системалары нигеҙендә эшләй. Ҡулланыусы урманды файҙаланыу тәртибен боҙоу осраҡтарын online, offline режимдарында фотоға төшөрөргә һәм мәғлүмәтте оператив тикшереүгә ебәрергә мөмкин. Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов Дәүләт Йыйылышының аграр комитеты ултырышында хәҙер ҡушымтаға ағас ултыртҡан йәки ҡырҡҡан участкаларҙың координата мәғлүмәттәре индерелеүе хаҡында һөйләне. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең дә мобиль эш ҡоралы барлыҡҡа килә. Ведомство башлығы республикала 390 кешенең урманды һаҡлау менән шөғөлләнгәнен билдәләне. Бөгөн бер инспекторға йөкләмә 14,6 мең гектар урман тәшкил итә.

«Былтырҙан алып йыһан мониторингы системаһын файҙаланыу һөҙөмтәһендә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары һан буйынса — 34%, күләм буйынса 12% кәмене. Быйыл дөйөм майҙаны 1,5 миллион гектар тәшкил иткән ете урмансылыҡта йыһан мониторингы үткәрелде. Уҙған йылдан алып пилотһыҙ осоу аппараттарын да ҡуллана башланыҡ, киләсәккә маҡсат — законһыҙ урман ҡырҡыуҙы һәм янғындарҙы контролдә тотоу өсөн уларҙы даими файҙаланыу», — тине Марат Шәрәфетдинов.

http://www.bashinform.ru/news/1364245-zhiteli-bashkirii-mogut-soobshchat-o-nezakonnykh-rubkakh-lesa-cherez-mobilnoe-prilozhenie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть