Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88 ↓

EUR 70.41 ↑

16 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

2021 йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2021 йылда Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Был хаҡта журналистарға Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һөйләне, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.Турнир уйындары «Өфө-Арена»ла һәм Өфө спорт һарйында була, тип билдәләне ул.

«Ҡарар ҡабул ителде, 2021 йылда донъя чемпионаты йөҙ процентҡа Өфөлә ойошторола. Бөтә ҡатнашыусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡабул итеү өсөн мөмкин булғандың барыһына да эшләрбеҙ», — тине Владислав Третьяк.

Рәсәй хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатын беренсе тапҡыр үткәрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда Өфө ир-егеттәр командалары араһында йәштәр донъя чемпионаты ҡабул итте. 2014 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр клубтары командалары араһында Донъя кубогы уҙҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1364086-ufa-v-2021-godu-primet-chempionat-mira-po-khokkeyu-sredi-zhenshchin/

          

Теги: хоккей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть