Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↑

EUR 70.67 ↓

15 ноябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр. Медиктарҙың эш хаҡы структураһына талаптар закон кимәлендә раҫлана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2 октябрҙә уҙған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ошондай йөкләмә бирҙе, тип хәбәр ителә Кремль сайтында.

«Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһына талаптарҙы раҫлауға, шул иҫәптән хеҙмәт хаҡы структураһында вазифа окладтары буйынса гарантияланған түләүҙәр өлөшөн билдәләүгә йүнәлтелгән тейешле норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итергә, шул уҡ ваҡытта компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙе кәметмәүҙе күҙ уңында тоторға», — тиелә документта. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренә берҙәм дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәр исемлеген һәм берҙәм компенсация түләүҙәре исемлеген, шулай уҡ күрһәтелгән түләүҙәрҙе тәғәйенләү шарттарын билдәләүҙе күҙ уңында тоторға  кәрәк. Йөкләмәләрҙе үтәү ваҡыты – 2020 йылдың 30 апреле.

Үткән кесаҙнала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға арналған кәңәшмәлә сығыш яһап, дәүләт башлығы оклад өлөшөн арттырғанда медиктарға өҫтәмә түләүҙәрҙе кәметеүгә бәйле фокустарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. «Оклад өлөшөн арттырғанда компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙең кәметелмәүе, ошо фокустың булмауы мөһим», — тип президенттың һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».

http://www.bashinform.ru/news/1364181-zarplatu-rossiyskim-medikam-budut-rasschityvat-po-novomu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть