Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы журналистар һәм блогерҙар араһында конкурс иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы эшкә журналистар һәм блогерҙар конкурсын уҙғарыу тураһында белдерҙе. Ҡатнашыусыларҙан индивидуаль һәм коллектив ғаризалар ҡабул ителә. Конкурста 2019 йылдың 1 сентябренән 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡан эштәр ҡатнашырға мөмкин. Ғаризаларҙы 2020 йылдың 1 февраленә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Һөҙөмтәләр 15 февралдән һуң билдәле була. Еңеүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесенең рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. Конкурс республика парламентының 25 йыллығына бағышланған.

«Бына күп йылдар инде журналистар өсөн конкурстар ойошторабыҙ. Улар күптән изге йолаға әүерелде, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең иғтибар үҙәгендә тора, – тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Быйыл конкурс яңы форматта уҙғарыла. Блогерҙар өсөн махсус номинация булдырылды, сөнки халыҡтың күпселеге яңылыҡтар тураһында  тап социаль селтәрҙәр аша белә. Конкурс жюрийы фекерҙәр киңлеген, объективлыҡты һәм шул уҡ ваҡытта теманы үҙенсәлекле итеп яҡтыртыуҙы баһалай».

Конкурсты үткәреү тәртибе менән тулыраҡ һылтанма буйынса танышырға мөмкин.    

http://www.bashinform.ru/news/1363971-gossobranie-bashkirii-obyavilo-o-konkurse-sredi-zhurnalistov-i-blogerov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть