Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Радий Хәбиров яҡынлашып килгән Республика көнө уңайынан наградалар тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Бөтәһе 62 кеше ордендар, исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Бүләкләнеүселәр төрлө өлкәлә эшләй: сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика, элемтә, дәүләт хеҙмәте, сауҙа, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, физкультура һәм спорт.

«Һеҙҙең һәр берегеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ һәм именлек, республиканың алтын фонды. Әйтәйек, күптәр Рәзиф Абулкарам улы Рапиевты СССР-ҙың еңел атлетика буйынса йыйылма командаһы табибы булараҡ хәтерләй. Һеҙ, Рәзиф Абулкарам улы, классик грек-рим көрәше өсөн дә яуаплы инегеҙ. Йыйылмала табиптың ни тиклем кәрәк икәнен бөтә спортсылар ҙа яҡшы белә. Ул командала иң мөһим кешелер, моғайын. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Бөгөн беҙ «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль предприятиеһы директоры Владимир Борисович Громовты ла ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һәм һеҙҙең төҙөлөш ойошмаһы коллективына айырым рәхмәт белдерәм. Бөгөн һеҙ – Нефтекама ҡалаһының алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ. Ошо көндәрҙә һеҙҙең ҡалала ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. 139 ғаилә күсенде, йәшәйҙәр, ҡыуаналар һәм изге теләктәрен еткерәләр», — тине ҡотлау телмәрендә Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ рәссам, һынлы сәнғәттә заманса реализмдың сағыу вәкиле Рәшит Хәбировҡа, билдәле ғалим, башҡорт әҙәбиәте тарихы өлкәһендәге белгес Ғиниәтулла Ҡунафинға, илдең иң яҡшы офтальмологы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының балалар микрохирургияһы бүлеге мөдире Илдар Зәйдуллинға һәм башҡа бүләкләнеүселәргә рәхмәт белдереп, яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

http://www.bashinform.ru/news/1363881-v-ufe-radiy-khabirov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-v-chest-nastupayushchego-dnya-respubliki-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть