Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала суд приставтары туберкулез менән сирләгәндәрҙе мәжбүри рәүештә дауаханаға һала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда суд приставтары үпкә ауырыуы булғандарҙы мәжбүри рәүештә дауаханаға һала. 2019 йылдың 9 айында ғына туберкулез менән сирләгән 26 кеше тикшереүгә ебәрелде, тип хәбәр итә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Туберкулезға ҡаршы диспансерҙа иҫәптә торған кешеләр медицина тикшереүе үтергә тейеш, ләкин бөтәһе лә тикшереүҙе мотлаҡ тип иҫәпләмәй. Тағы 25 кешене эҙләп табып, тейешле тикшереү үткәреү һәм дауалау өсөн мәжбүри рәүештә дауаханаға ебәрергә кәрәк.

Сирлеләрҙе мәжбүри рәүештә дауаханаға һалыу тураһында документтар суд приставтары хеҙмәтенә тапшырыла, шунан һуң улар медицина учреждениелары менән берлектә үпкә ауырыуҙары булғандарҙы медицина тикшереүе үткәреү йәки тейешле дауа алыу өсөн учреждениеларға ебәрә.

http://www.bashinform.ru/news/1363794-v-bashkirii-sudebnye-pristavy-prinuditelno-gospitaliziruyut-bolnykh-tuberkulezom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть