Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Лилиә Ғүмәроваға сенатор вәкәләттәрен тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Лилиә Ғүмәроваға Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостандан вәкил вәкәләттәрен тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республика башлығының сайтында хәбәр ителә.

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы 1972 йылдың 16 декабрендә Учалы ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог булып башлай.

2001–2005 йылдарҙа – Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәтенең беренсе категориялы белгесе, мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы, халыҡ һәм кадрҙар менән эшләү буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

2006–2007 йылдарҙа – Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары.

2007–2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге мөдире.

2010–2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил.

2011–2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары.

2012–2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

2014–2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил.

2016 йылдан – Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.

II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» ордены миҙалы менән бүләкләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1356684-glava-bashkortostana-nadelil-liliyu-gumerovu-polnomochiyami-senatora/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть