Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2019 йылдың 19 сентябрендә республикала 242 пар никахҡа ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Матур датала — 2019 йылдың 19 сентябрендә 242 пар өйләнешкән. Баш ҡала ЗАГС-тарында 47 пар яҙылышҡан, Октябрьскийҙа 14 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, Стәрлетамаҡта — 12, Ишембай һәм Туймазы райондарында, Ишембайҙа, Нефтекамала һәм Туймазыла — 8-әр никах.

«Былтыр сикһеҙлек символдары көнөндә Башҡортостан Республикаһында 765 ғаилә барлыҡҡа килгән. 2018 йылдың 18 авгусы шәмбегә — никахлашыу өсөн ғәҙәти көнгә тура килгән. 2019 йылдың һигеҙ айында республикала 16 353 никах теркәлгән», — тип белдерҙеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Белгестәр һүҙҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙың ЗАГС бүлексәләрендә быйыл никахтар һанының артыуы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, Дыуан, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Баймаҡ, Ишембай райондарында, Баймаҡ, Ишембай ҡалаларында. Сибайҙа үҫеш 3,4%-тан 52,1%-ҡа тиклем тәшкил иткән. Өфөнөң Дим, Ленин, Орджоникидзе райондарында, Октябрь районының Беренсе һәм Икенсе ЗАГС бүлексәләрендә йышыраҡ өйләнешә башлағандар (4,7%-тан 23,8%-ҡа тиклем).

http://www.bashinform.ru/news/1356654-v-bashkirii-v-zerkalnuyu-datu-19-09-2019-v-brak-vstupili-242-pary/

                      

Теги: ЗАГС, туй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть