Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын финанслау шарттарын яңынан ҡарай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Хөкүмәте Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслау шарттарын яңынан ҡарай, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. Проектҡа сығымдар 34,5 миллиард һум күләмендә билдәләнгән, шуларҙың 19,9 миллиардтан ашыуы Транспорт министрлығы линияһы буйынса федераль ҡаҙнанан күсергә тейеш.

«Әлеге ваҡытта Башҡортостан хөкүмәте ҡарарҙарына ярашлы Юл фондына йөкләмәне кәметеү маҡсатында республиканың проектта ҡатнашыу шарттарын ҡайтанан ҡарау буйынса эш алып барыла. Хәҙерге финанс моделе 2042 йылға тиклем проценттар менән бергә 70 миллиард һум самаһы түләүҙе күҙ уңында тота. Дөйөм ҡарарға килербеҙ, диалог дауам итә», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.

Ҡала аша М7 һәм М5 трассаларын тоташтырған Көнсығыш сығыу юлын 2021 йылдың декабренә төҙөп бөтөү күҙалланғайны. Проектҡа 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы тоннель, 2,5 саҡрымлыҡ күпер һалыу һәм уны 10 саҡрымлыҡ юл менән оҙайтыу инә. Тәүге бер нисә йылда юлдан йөрөүҙе түләүле итеү күҙалланды. 2017 йылда Төркиәнең Limak Group компанияһы төҙөлөштөң генераль подрядсыһы булды.

http://www.bashinform.ru/news/1356547-bashkiriya-peresmatrivaet-usloviya-po-finansirovaniyu-vostochnogo-vyezda-v-ufe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть