Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2019 йылда республикала йәшәүселәрҙе һаҡлауға 700 миллион һум тотоноу күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2023 йылға тиклем тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм уларҙың эҙемтәләрен йомшартыу өсөн 3,5 миллиард һум ҡаралған. Шуның 700 миллионын ағымдағы йылда тотоналар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Быйыл махсус дәүләт программаһы аҡсаһы иҫәбенә ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән иҡтисади зыянды өс тапҡырға кәметеүгә өлгәште, экстремаль хәлдәрҙә 2,5 меңдән ашыу кешен ҡотҡарҙы, төбәк биләмәһендәге хәл-торошҡа тәүлек әйләнәһенә мониторинг ойошторҙо.

2023 йылға тиклемге дәүләт программаһына Система-112, граждандар оборонаһына үҙәкләштерелгән хәбәр итеү төбәк автоматлаштырылған системаһы, халыҡҡа ашығыс хәбәр итеү комплекслы системаһының төбәк сегменты, граждандарҙың айырым категорияларын янғын тураһында иҫкәрткән приборҙар менән тәьмин итеү, «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын булдырыу проекттары инә.      

http://www.bashinform.ru/news/1356520-na-zashchitu-zhiteley-bashkirii-v-2019-godu-potratyat-700-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть