Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы балаларға вейптар һатыуҙы тыйған закон ҡабул итергә йыйына

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе аҙнала балаларға тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтарын, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу яйланмаларын — кальяндар, вейптар, электрон парға әйләндереүселәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй.

Закон проекты  Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы конвенцияһы положениеларына һәм балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә тулыһынса тура килә, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

Артабан уны файҙаланыуҙың ыңғай яҡтары күҙәтелһә, республика тәжрибәһен федераль кимәлгә сығарырға уйлайҙар.

«Өлкәндәр, ғәҙәттә, һаулыҡҡа артыҡ зыяны булмаһын өсөн электрон тәмәке тарта. Балаларға килгәндә, беҙ кире күренеште күҙәтәбеҙ — электрон тәмәкеләр һәм башҡа яйланмалар ярҙамында улар, ҡағиҙә булараҡ, тәмәке тартырға өйрәнә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

http://www.bashinform.ru/news/1356463-kurultay-bashkirii-primet-zakon-zapreshchayushchiy-prodavat-veypy-detyam/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть