Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

21 һәм 22 сентябрҙә өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

21 һәм 22 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Түбәндәге майҙансыҡтарҙа йәшелсә, бал һәм  температура режимын үтәүҙе талап итмәгән башҡа ризыҡтар һатып алырға мөмкин.

21 сентябрҙә:

— Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлы участкаһында — Таллин урамына алып Ухтомский урамына тиклем;

— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда;

— Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында;

— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;

— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;

— Солтанов урамындағы 2-се йорт янындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһендә;

— Спорт һарайы алдында;

— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Йәштәр һарайы алдында.

22 сентябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре:

— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда;

— Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында;

— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;

— Спорт һарайы алдында;

— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда уҙа.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1356227-21-i-22-sentyabrya-ufimtsev-priglashayut-na-selskokhozyaystvennye-yarmarki/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть