Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 2-се Башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө ҡалаһының 2-се Башҡорт лицейына күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың исеме бирелде. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле ҡарар Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, лицей биләмәһендә ҡыҙҙары Һөйөклө Ибраһимова һәм Гүзәл Корнилаева-Ибраһимова аҡсаһына Ғәли Ибраһимовтың бюсы ҡуйыла.

Ғәли Ибраһимов (1919 — 1989) — башҡорт яҙыусыһы һәм шағир, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Инглиз теле уҡытыусыһы, журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Төп әҫәре — «Кинйә» романы өсөн яҙыусы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған. Роман буйынса режисер Әмир Абдразаҡов күп сериялы нәфис фильм төшөргән.

http://www.bashinform.ru/news/1356293-v-ufe-bashkirskomu-litseyu-2-prisvoeno-imya-pisatelya-gali-ibragimova/

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть