Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостандың Конституция суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш пленар ултырышында депутаттар Хәйҙәр Вәлиевты Башҡортостандың Конституция суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ағымдағы йылдың 28 мартына тиклем ул республиканың Үҙәк һайлау комиссияһын етәкләне, ә ваҡытынан алда отставкаға сыҡҡандан һуң республика башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостан Конституцияһында ант бирҙе һәм Радий Хәбировҡа, депутаттар корпусына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.

Белешмә:

Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы 1959 йылдың 20 мартында Әбйәлил районының Тәпән ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Әбйәлил районының Калинин исемендәге колхозда төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай.

1980–1984 йылдарҙа – агроном-мелиоратор, Әбйәлил районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары.

1984–1989 йылдарҙа – Әбйәлил районының Киров исемендәге колхоз парткомы секретары.

1989–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы инструкторы.

1991–1992 йылдарҙа – Әбйәлил районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығының баш агрономы.

1992–1994 йылдарҙа – Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

1994–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районы ҡулланыусылар союзының коопзаготпром директоры.

1995–2000 йылдарҙа – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

2000 йылда – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары.

2000-2008 йылдарҙа Башҡортостан президенты хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләй.

2008–2011 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының беренсе проректоры.

2011–2019 йылдарҙа – республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

Ағымдағы йылдың 28 мартынан республика башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарҙы.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

http://www.bashinform.ru/news/1356173-khaydar-valeev-naznachen-zamestitelem-predsedatelya-konstitutsionnogo-suda-bashkirii/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть