Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң күп фатирлы йорттарында 500-гә яҡын подъезд төҙөкләндерелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөнгә Өфөнөң күп фатирлы йорттарының 479 подъезында комплекслы ремонт тамамланған. 514 подъезда төҙөкләндереү эштәре дауам итә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Йыл аҙағына тиклем баш ҡалала бөтәһе 444 күп фатирлы йорттағы 1288 подъезды ремонтлау күҙаллана. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысындағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

Мотлаҡ эштәр араһында — пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыу, беренсе ҡаттағы иҙәнде көпләү, стеналарҙы буятыу, энергияны һаҡсыл ҡулланған яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйыу.

Подрядсылар бөтә ремонт эштәренә өс йыл гарантия бирә, ләкин был вандализм осраҡтарына ҡағылмай.

2024 йылға тиклем, подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы тамамланғансы, Өфөлә исемлеккә индерелгән һәм төҙөкләндереүгә мохтаж барлыҡ подъездарҙы ремонтлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1356005-v-mnogokvartirnykh-domakh-ufy-otremontirovali-okolo-500-podezdov-/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть