Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһына инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һайлаусыларының 82,02 проценты ғәмәлдәге республика етәксеһе өсөн тауыш бирҙе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тағы бер тапҡыр һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Инаугурация  тантанаһы ваҡытында республика башлығы ант ҡабул итте.

«Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын гарантияларға ант итәм», — тине Радий Хәбиров.

Ант республиканың ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса яңғыраны. Ошо мәлдән Радий Хәбиров рәсми рәүештә республика башлығы вазифаһына инде.

Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан Конституцияһы буйынса, республиканың юғары вазифалы кешеһенә киң вәкәләттәр бирелә, улар араһында – Рәсәй Президенты һәм федераль власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, хөкүмәтте формалаштырыу, республика биләмәһендә закондарҙың үтәлешен контролдә тотоу, указдар һәм бойороҡтар сығарыу. Башҡортостан Башлығы властың башҡарма тармағын да етәкләй.

Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаға ингәндән һуң республика хөкүмәте отставкаға сыҡты.

http://www.bashinform.ru/news/1355746-radiy-khabirov-ofitsialno-vstupil-v-dolzhnost-glavy-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть