Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Беренсе көндә «Айыҡ ауыл» конкурсының ҡыҙыу элемтәһенә 50-нән ашыу шылтыратыу ҡабул ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә 17 сентябрҙә «Ғаилә» ресурс үҙәгендә «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында махсус ҡыҙыу элемтә эшләне.

Беренсе көндә 50-нән ашыу шылтыратыу ҡабул ителде. Шылтырауҙар республиканың төрлө мөйөштәренән: Баймаҡ, Бөрйән, Шаран, Хәйбулла райондарынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай, Өфө ҡалаларынан яңғыраны.

Белгестәр һүҙҙәренсә, төп тема — туғандарының эскелек менән мауығыуы. Башлыса, яҡындары хәмер һаҙлығына батҡан кешеләр мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, халыҡтан мохтаждарға консультация-психологик һәм махсус ярҙам күрһәтеү буйынса мөрәжәғәттәр күп.

«Ирем марихуана тарта, нисек дауаланырға мәжбүр итергә. Улым буйҙаҡ, эсә, дауаланырға теләмәй. Ҡыҙыу элемтәгә мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошондай. Ғәҙәти һорауҙар: «нимә эшләргә?», «ҡайҙа ебәрергә?», «ҡайҙа дауаларға?», «нисек ярҙам итергә?». Ярҙам күрһәтеү буйынса булдырылған мөмкинлектәр һәм үҙәктәр хаҡында бөтәһе лә белеп етмәй. Уларға белгестәр кәңәше, учреждениелар тураһында мәғлүмәттәр бирелде», — тип һөйләне проектты ойоштороусылар.

Элемтәлә табип-нарколог Айҙар Рәхмәтуллин; психолог Ғәлиә Сәлихова; врач-психотерапевт Илгиз Байков; Башҡортостан Республикаһы наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев эшләне.

Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 70% ашыуы башҡорт телендә консультация алды.

http://www.bashinform.ru/news/1355590-za-pervyy-den-na-goryachuyu-liniyu-konkursa-trezvoe-selo-postupilo-bolee-50-zvonkov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть