Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

17 сентябрҙә Мәскәүҙең «Иллюзион» кинотеатрында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыға. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан күрһәтелде. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә.

«Беҙ мөрәжәғәт иткән повесть шул тиклем тәрән һәм күләмле, һеҙҙе шатландырыу һәм уның ҡабатланмаҫ мөхитенә алып инергә көсөбөҙ етһен тигән теләктәмен, — тине картинаның режиссеры Александр Галибин, премьераға килгән тамашасыларға мөрәжәғәт итеп. — Фильмда Мостай Кәрим повесының рухын, ошо әҫәр эсендәге нескәлекте һүрәтләү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Повестың һоҡланғыс мөхите, башҡорт һүҙе барыбыҙ өсөн дә бик ҡәҙерле. Бөгөнгө кисәнең һеҙҙең йөрәктә йылы һәм изге эҙ ҡалдырыуын теләйбеҙ».

«Һеңлекәш» фильмының нигеҙенә ятҡан әҙәби материалдан ҙур ҡәнәғәтлек алдым. Был повесть миңә изге, кешелекле булыуы менән ҡәҙерле. Хәҙер был һирәк осрай», — тип билдәләне фильмдың операторы Михаил Агранович.

«Күңелемдә — ошо картинаны төшөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт тойғоһо, — тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов. — Беҙҙең өсөн әһәмиәтле әҙәби материалдың фильм нигеҙенә ятыуына бик шатмын. Был картинала режиссер һәм актерҙар Мостай Кәрим әйтергә теләгән фекерҙе еткерә алды: ауырлыҡҡа һәм мохтажлыҡҡа ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк».

Премьера алдынан «Һеңлекәш» фильмы Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Туапсе ҡалаларында күрһәтелде.

http://www.bashinform.ru/news/1355416-v-moskve-sostoyalas-premera-filma-sestryenka-po-povesti-mustaya-karima/

                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть