Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң тарихи өлөшөндә биш йорт һаҡлана торған статусҡа эйә булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Вероника Ниғмәтуллина/.

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы Өфөнөң биш боронғо йортон муниципаль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерҙе, тип хәбәр итә «КоммерсантЪ-Өфө».

Өйҙәр XIX-XX быуаттағы Өфөнөң тарихи төҙөлөш өлөшө булып тора. 2017 йылдан алып объекттар асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә булды.

Әйтәйек, Зенцов урамындағы Лихтанский йорто, Октябрь революцияһы урамындағы Шамов йорто, Сахаров утарының Көнбайыш йорто, Сперанский утарының көнсығыш йорто, Аверьяновтар йорто реестрға индерелергә тейеш.

Реестрға объекттар тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрелгәндән һуң индерелгән. Башҡортостандың баш ҡалаһында күп йылдар инде ҡала үҙәгендәге мәҙәни мираҫ объекттарын емереүгә ҡаршы көрәш тынмай. Быйыл майҙа властар әүҙемселәр менән берлектә инвесторҙар өсөн льготалы шарттар менән боронғо биналарҙы реставрациялау программаһын әҙерләне.

http://www.bashinform.ru/news/1355446-v-istoricheskoy-chasti-ufy-pyat-domov-poluchili-okhrannyy-status/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть