Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Милли банкы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

28 сентябрҙә Рәсәй банкы ил буйынса Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Башҡортостандың Милли банкы ла үҙ ишектәрен аса.

Был көндө Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы музейына барырға мөмкин. Музей элекке аҡса һаҡлағыс бинаһында урынлашҡан. Бынан тыш, лекторийға инергә, шулай уҡ финанс уйындарында ҡатнашырға була. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, саралар өлкәндәр һәм балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Үҫмерҙәр финанс сити-квест үтә ала.

Был көндө Милли банк алдындағы махсус майҙансыҡта касса техникаһын һынарға, аҡсаның ысын булыуын тикшерергә, инкассатор машинаһында ултырып ҡарарға мөмкин.

Милли банктың Асыҡ ишектәр көнөнә килеү өсөн (347) 279-63-90 телефоны буйынса йәки Үҙәк банк сайтында яҙылырға ғына кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1355469-natsbank-bashkirii-priglashaet-na-den-otkrytykh-dverey/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть