Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

22 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале була. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторлоуҙың 25 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

Сара өсөнсө тапҡыр ойошторола. Унда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Тамашасыларҙың азербайжан, грузин, әрмән, чечен һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-моңо һәм бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлеге бар.

«Республиканың күп милләтле халҡы вәкилдәре бергә йыйылып, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты символлаштыра, республика халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Өфө ҡалаһының Совет районы, И.Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркы хакимиәттәре.          

http://www.bashinform.ru/news/1354975-v-ufe-sostoitsya-festival-natsionalnykh-kultur-narodov-kavkaza/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть