Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Яңы йылдан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 12 130 һум була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 12 130 һум күләмендә тәҡдим ителә. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының закон проектын хупланы. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу рәсми рәүештә минималь эш хаҡы алған 3,2 миллион самаһы кешегә ҡағыла, уларҙың яртыһы дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләй.

2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләште һәм ул 11 280 һумға тиң. Башҡортостанда Урал коэффициентын иҫәпкә алып – 12 972 һум.

Эш биреүселәр федераль МРОТ-тан түбәнерәк эш хаҡы билдәләй алмай, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. Был ҡағиҙә бюджет, шулай уҡ коммерция ойошмаларына ҡағыла.

«Аҙыраҡ алғандар — хоҡуҡтарҙы яҡлау өсөн беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, — тип тәҡдим итте Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының хоҡуҡи күҙәтеү бүлеге етәксеһе Гөлнара Ишмөхәмәтова. — Бындай осраҡтар кәмей. Тәжрибә күрһәтеүенсә, эш биреүселәр закондың ошо нормаһы хаҡында белә һәм уны үтәргә тырыша, ләкин бәхәстәр, әлбиттә, тыуып тора. Шуны белергә кәрәк: эш сәғәтенән тыш, шулай уҡ төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләнгән аҡса билдәләнгән МРОТ-ҡа инергә тейеш түгел».

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 13% килем һалымын үҙ эсенә алыуын иҫтә тоторға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1355344-s-novogo-goda-minimalnaya-zarplata-v-rossii-sostavit-12-130-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть