Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Һайланып ҡуйылған Башҡортостан Башлығы инаугурацияһына Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров килә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

19 сентябрҙә Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай. Тантана Дәүләт Йыйылышы йортонда уҙа. Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәресә, сарала ҡатнашыусыларҙың күп булыуы көтөлмәй.

«Сараны эш шарттарында уҙғарыу планлаштырыла, ҡабул итеүҙәр, концерттар, башҡа төбәктәрҙән күпләп ҡунаҡтар саҡырыу күҙалланмай. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Бик аҙ сығыштар һәм аныҡлыҡ. Был Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тулыһынса тура килә», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

Шулай уҡ Толкачев республика етәксеһе вазифаһында эш башлау хөкүмәт үҙ  вәкәләттәрен һала тигәнде аңлатыуын әйтте.

«Башлыҡ уны яңынан төҙөргә тейеш. Республиканың алдағы биш йылдағы үҫеше төп вазифаларға ниндәй кешеләрҙең килеүенә бәйле», — тип билдәләне Константин Толкачев.

Инаугурация тантанаһынан һуң Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем үҫеш пландары һәм аныҡ аҙымдары тураһында мөһим документты уҡып ишеттерә.

http://www.bashinform.ru/news/1355260-na-inauguratsiyu-izbrannogo-glavy-bashkirii-priedet-polpred-v-pfo-igor-komarov/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть