Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Туймазы театры актерҙары Татарстан менән Төркиәнең берлектәге фильмында төшә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Туймазы татар драма театры актерҙары Татарстан менән Төркиәнең  берлектәге фильмында төшә. Бер нисә күренеш Туймазы районының Төмәнәк ауылында бара.

«Сафа менән Сажиҙә» картинаһы Мәхмүт Ғәләүҙең популяр «Мөһәжирҙәр» романы буйынса төшөрөлә. Фильмда XVIII быуаттағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Сюжет мөхәббәт һәм психологик драма тураһында бәйән итә, аҙағында рус-япон һуғышы башлана.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Сафа менән Сажиҙә» фильмы — Татарстан менән Төркиәнең берлектәге продукты. «Төрки донъяһы» Истанбул кинофестивале һәм Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң уның өҫтөндә эшләү мөмкинлеге тыуҙы. Был — ошо хеҙмәттәшлек сиктәрендә беренсе ҙур проект.

http://www.bashinform.ru/news/1355015-aktery-tuymazinskogo-teatra-snimayutsya-v-sovmestnom-kinofilme-tatarstana-i-turtsii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть