Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан компаниялары WorldFood Moscow аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә әҙерләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан етештереүселәре 24-27 сентябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһының «Крокус-Экспо» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә WorldFood Moscow көҙгө аҙыҡ-түлек йәрминкәһендә ҡатнаша. Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәре буйынса, унда Рәсәйҙең 55-тән ашыу ҡалаһының һәм 65 илдән меңгә яҡын етештереүсенең ҡатнашыуы көтөлә.

Республиканан күргәҙмәгә «Башҡортостан үләндәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Глобус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (кондитер эслектәре етештерә), «Тайра» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (сертификация алған дөгө майы), «Sweet Honey» бал фирмаһы, «Белорет» ойошмаһы (үлән сәйҙәре), «Laycy Queen» тәм-том фабрикаһы бара.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың күргәҙмә сығымдарын «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге финанслай. Ойошмалар үҙ вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына түләй.

http://www.bashinform.ru/news/1355284-bashkirskie-kompanii-gotovyatsya-k-vystavke-prodovolstviya-worldfood-moscow/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть