Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле скрипкасы һәм дирижер, СССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бүләкләү тантанаһы Владимир Спиваковтың IV Халыҡ-ара фестивален асыу барышында үтте.

Республика етәксеһе миллиондарса башҡортостандар исеменән маэстроны 12 сентябрҙә билдәләгән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

«Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади оҙон ғүмерлелек теләйем, Һеҙҙең музыкаль даһилығығыҙ тағы ла күп йылдар музыка сәнғәтен һөйөүселәрҙе ҡыуандырһын. Хөрмәтле Владимир Теодорович, йәштәр хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ, йәш таланттарҙы табып, уларҙан донъя кимәлендәге йондоҙ яһауығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Башҡортостандың дәүләт наградаһы — Салауат Юлаев ордены хеҙмәтте ихлас таныу билдәһе итеп тапшырылыуын билдәләне.

«Салауат Юлаев ордены йондоҙ билдәһен йөрөтә. Ошо йондоҙ һеҙҙе һәр ваҡыт тыуған республикағыҙға саҡырып торһон. Һеҙҙең булғанығыҙ өсөн  бәхетлебеҙ һәм шуның өсөн Һеҙгә рәхмәт!», — тине Радий Хәбиров.

Концерттан һуң Владимир Спиваков һиңә иғтибар итәләр, рәсми рәүештә таныйҙар икән, бының һәр ваҡыт ҡыуаныслы булыуын әйтте.

«Мине бында яратҡандарын беләм. Ырымбурҙан машина менән килгәндә мине бөтәһе лә таныны, ҡосаҡланы, минең менән фотоға төштө, автограф һораны. Мине танығандары өсөн шатмын, — тине Владимир Спиваков. — Ләкин иң мөһиме, бында иҫ киткес таланттар йәшәй».

http://www.bashinform.ru/news/1355101-radiy-khabirov-nagradil-vladimira-spivakova-ordenom-salavata-yulaeva/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть