Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Барабаш Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышы уҙҙы.

Сентябрь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы указы менән Кеше хоҡуҡтары буйынса совет булдырылды. Яңы консультация органы кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын яҡлауҙы тәьмин итеүгә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Советтың бурыстары, атап әйткәндә, ҡануниәтте боҙоу һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу осраҡтарын тикшереүгә ҡайтып ҡала.

Совет составының бер өлөшө йәмәғәтселек фекере ярҙамында төҙөлдө. Башҡортостанда йәшәүселәр Совет ағзалығына кандидаттарҙы үҙҙәре тәҡдим итте.

Составҡа 36 кеше инде. Улар араһында «КоммерсантЪ-Өфө» баҫмаһының баш мөхәррире Наталья Павлова, Башҡортостанда «Тауыш» һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәте координаторы Ренат Факиев, «Өфөсити.ми» коммуналь, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланыусыларҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Вадим Беляков, политолог Сергей Лаврентьев, «Граждандар контроле» хәрәкәте етәксеһе Валерий Аббасов,, блогер Владимир Кобзев, Өфө егете Рөстәм Нәбиев, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Галин, «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды рәйесе Радмила Сурначева, «Әсә йөрәге» инвалид балаларҙың әсәләре советы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова, «Яратҡан сабыйым» абилитация үҙәге директоры Фәйрүзә Латипова һәм башҡалар бар.

Совет рәйесе — Ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры Владимир Барабаш, уның рәйесе — Вадим Беляков, яуаплы секретары — юрист һәм хоҡуҡ яҡлаусы Зөлфиә Ғайсина.

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырыштары йылына кәмендә ике тапҡыр үткәрелергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1355013-predsedatelem-soveta-po-pravam-cheloveka-bashkirii-stal-vladimir-barabash/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть