Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала грипп юҡ, ләкин ОРВИ менән сирләүселәр арта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлә. Әлегә грипп менән ауырыусылар юҡ, сир кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Роспотребнадзорҙан.

Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы сентябрь башында уҡ башланды. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 8,4 проценты), шул иҫәптән 88 мең самаһы бала прививка алды. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар ошо эпидемия миҙгелендә көнүҙәк булған вирустан һаҡлай, тип хәбәр итә ведомство.

Алдағы эпидемия миҙгелендә Башҡортостанда 1,8 миллион халыҡҡа: 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә грипҡа ҡаршы прививка эшләү күҙаллана.

Ғәҙәттәгесә, киҙеү эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка яһатырға кәңәш бирә.    

http://www.bashinform.ru/news/1354922-v-bashkirii-grippa-net-no-rastet-zabolevaemost-orvi/

Теги: грипп, ОРВИ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть