Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Министр менән асыҡ дәрестәр» проекты башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Министр менән асыҡ дәрестәр» проекты башланды. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.

Уҡыусыларҙың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙарын йыл дауамында аҙна һайын уҙғарыу күҙаллана.

«Университет ҡайнау нөктәһе» Тыныслыҡ урамындағы 14-се бинала, «Киләсәк фабрикаһы» коворкинг үҙәгендә урынлашҡан. Өлкән класс уҡыусыларының аҙна һайын министрҙар, эшҡыуарҙар менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү мөмкинлеге бар.

«Программа 9-11 класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты — уҡыусыларҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Бурысы — донъяға һәм уның мөмкинлектәренә ҡарашты үҙгәртеү, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сарбашева. — Башланғыс иҡтисади белемгә эйә булған үҫмерҙәр ғаилә, мәктәп, республика алдында торған проблемаларҙы ҡулланыусы күҙлегенән генә түгел, ә новатор күҙлеген дә күреп баһалай, үҙҙәренең хәл итеү юлын тәҡдим итә ала».

Бер «Министр менән асыҡ дәрес» программаһы ике академик сәғәткә иҫәпләнгән. «Университет ҡайнау нөктәһе»ндә өлкән класс уҡыусылары өсөн ошондай тәүге дәрес 14 сентябрҙә уҙҙы.

Өфө мәктәптәренең һәм Ҡырмыҫҡалы районының 9-11 класс уҡыусыларының һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дүәләт комитеты башлығы Римма Бойцова, Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-методика эше буйынса проректоры Олег Баулин һәм «Киләсәк фабрикаһы» коворкинг үҙәге етәксеһе Александр Черников яуап бирҙе. Өлкән класс уҡыусылары өсөн беренсе дәрес программаһында шулай уҡ оҫталыҡ дәресе һәм коворкинг үҙәк буйлап экскурсия бар ине.

Башҡортостан райондарынан саҡырылған 10-11 класс уҡыусылары өсөн икенсе «Министр менән асыҡ дәрес» 21 сентябрҙә була.

http://www.bashinform.ru/news/1354897-v-bashkirii-startoval-proekt-otkrytye-uroki-s-ministrom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть