Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала майҙандарҙың яртыһынан ашыуында ужым ашлығы сәселгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 66% — 361 мең гектарҙан ашыуында ужым ашлығы сәселгән. Ужым арышын сәсеү тамамланған — 174,6 мең гектар. Бөгөнгә 177,3 мең гектарҙа ужым бойҙайы сәселгән, ужым баҫыуында төп өлөш уға тура килә. Быйыл был культураның уртаса уңышы ужым арышы уңышынан күберәк — гектарынан 19 центнерға ҡаршы 25,5 центнер.

2020 йылғы уңыш өсөн 550 мең гектар сәселә.

Дәүләкән, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондарында планлаштырылған майҙандарҙа сәсеү эштәре башҡарылған. Илеш, Стәрлебаш, Ауырғазы райондары сәсеүҙе тамамлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.

http://www.bashinform.ru/news/1354886-v-bashkirii-zaseyali-bolshe-poloviny-ploshchadey-ozimykh/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть