Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала йыл башынан 19 хеҙмәткәр производствола һәләк булған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда йыл башынан һигеҙ айҙа 19 кеше эштә һәләк булған. Роструд инспекторҙары ауыр эҙемтәләргә һәм үлемгә килтергән 117 бәхетһеҙ осраҡты тикшергән, шуларҙың 78-е производство менән бәйле тип танылған. 61 кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Бер нисә кеше ҡатнашлығында, шул иҫәптән үлемесле ғәҙәттән тыш хәлдәр булған – реклама баннерын ҡуйған саҡта ике эшсе алты метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән.

Эшкәртеүсе өлкәлә (үлемесле һәм ауыр эҙемтәләргә килтергән 20 осраҡ), төҙөлөштә (18) һәм ауыл хужалығында (10) производствола йәрәхәтләнеү кимәле ныҡ юғары, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

«Күпселек бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбе – ойоштороу характерында. Йәғни уларҙы бөтөрөү күп аҡса талап итмәй. Тәү сиратта был эштәр производствоһын  ҡәнәғәтләнерлек ойоштормау, технологик процесты боҙоу. Быға юл ҡуймау өсөн предприятиела уйланылған һаҡ хеҙмәте менән идара итеү системаһы кәрәк», — тип билдәләне Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Илдар Йәркәев.

Үлемесле осраҡтарҙың яртыһы Өфөлә булған. Өсәүһе – Дүртөйлө районында. Эштә бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуйған ойошмалар бюджетты 7,6 миллион һумға тулыландырырға тейеш.

2018 йылдың ғинуар-август айҙарында Башҡортостанда 25 кеше производствола һәләк булған, 71-е ауыр йәрәхәттәр алған.

http://www.bashinform.ru/news/1354875-v-bashkirii-s-nachala-goda-na-proizvodstve-pogibli-19-rabotnikov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть