Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Октябрь проспектына параллель юл төҙөкләндерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә подрядсы «Комстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бер туған Кадомцевтар урамынан алып Галле ҡалаһы урамына тиклемге участкала 400 метр оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндерә. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Юлсылар иҫке асфальтты алып, яңыһын түшәй, бордюрҙарҙы алмаштыра. Шулай уҡ тротуарҙарҙы ремонтлау ҡаралған.

Әҙерлек эштәре һәм фрезерлау осоронда юлдың яртыһында транспорт хәрәкәте сикләнә. Асфальт-бетон япма түшәгән ваҡытта юл тулыһынса ябыла, тип иҫкәрттеләр мэрияла.

Урындағы юл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ремонтлана. Йылы миҙгел тамамланыуға баш ҡаланың дөйөм оҙонлоғо 47 саҡрымдан ашыу урамдарының 28 участкаһы тәртипкә килтерелә. Бөгөнгә 18 объектта эштәр туыһынса тамамланған һәм ҡабул ителгән.

http://www.bashinform.ru/news/1354866-v-ufe-remontiruyut-mestnyy-proezd-parallelno-prospektu-oktyabrya/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть