Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡаҙағстанда «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Нурсолтан ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде. Картиналар башҡорт телендә русса субтитрҙар менән барҙы. Фильмдар күрһәтеүҙе «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.

Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, шулай уҡ Ҡаҙағстандың төп халҡы, студенттар, буласаҡ кинематографистар йыйылды. Фильм тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Ҡарағандан һуң улар үҙҙәренең баһаһын видеоға яҙҙырҙы.

«Экранда легендар шәхестәрҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, артабан да үҙебеҙҙең тарих тураһында фильмдар ҡарарға теләр инек. Башҡорт актерҙары менән башҡортса фильмдар — беҙгә бик яҡын, беҙгә шул етмәй. Бындай картиналар йәштәргә бик ҡыҙыҡлы, уларға дөрөҫ юлға баҫырға ярҙам итә. Башҡорт кинематографистарының премьералар менән килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ», —  тине тамашасылар.

http://www.bashinform.ru/news/1354714-v-kazakhstane-proshli-pokazy-filmov-babich-i-pervaya-respublika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть