Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

21 сентябрҙә өфөләрҙе беренсе көҙгө өмәгә саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

21 сентябрҙә Өфөлә беренсе көҙгө өмә ойошторола, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Бынан тыш, был көндө «Эшләрбеҙ!» Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә экологик акция уҙғарыу күҙаллана.

Дөйөм ҡала өмәһе 10 сентябрҙә башланған биләмәне санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө айлыҡ барышында үткәрелә.

14 октябргә тиклем баш ҡалала юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы ремонтлау, урамдарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштырыу, гараж кооперативтары һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу эштәре алып барыла.

Өфө хакимиәте предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә беркетелгән биләмәләрҙе, шул иҫәптән тротуарҙарҙы һәм газондарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.

Ҡала биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса төп эш торлаҡ-коммуналь комплекс хеҙмәткәрҙәре иңенә ята. Ләкин тыуған ҡалаһын төҙөкләндереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. «Санитар йомалар» һәм өмәләр ҙә йәш быуында тыуған ҡалаһына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, тип  өҫтәнеләр мэрияла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә икенсе дөйөм ҡала өмәһе 5 октябргә билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1354494-21-sentyabrya-ufimtsev-priglashayut-na-pervyy-osenniy-subbotnik/

Теги: өмә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть