Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кәмене

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә актуаль ихтыяждың артабан кәмеүе билдәләнә. 1 сентябргә ыңғай баланс 457 табип тәшкил итә, тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Быйыл республика медицина учреждениеларына бөтәһе 178 медицина хеҙмәткәре килде, уларҙың 68-е — августа. Башҡортостанда медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса юл картаһы ғәмәлгә ашырыла. Красноусол, (7 табип), Туймазы (18), Мәләүез үҙәк район дауаханаларында (9) яҡшы динамика күҙәтелә.

Эштән киткән/ҡабул ителгән табиптарҙың иң ҙур ыңғай айырмаһы менән медицина учреждениелары араһында Салауат дауаханаһы (+36 табип), Өфөнөң 13-сө дауаханаһы (+19 табип), Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы (+14 табип), республика онкология диспансеры (+13 табип) аталды. Кире динамика күҙәтелгән дауаханалар: Ашығыс медицина ярҙамынан — 12, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһынан — 11, Стәрлетамаҡ үҙәк район дауаханаһынан — 7, Миәкә үҙәк район дауаханаһынан 6 табип эштән киткән, тип һөйләне Максим Забелин.

Республикала бөтәһе 170 табип һәм 58 медицина хеҙмәткәре торлаҡ менән тәьмин ителгән. Белорет районында — 27, Илештә — 11, Баҡалыла — 8, Тәтешлелә 7 табип торлаҡ алған. Саҡмағош районы эшкә килгән медиктарға 4 ер участкаһы бүлгән.

«Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табипҡа — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум бирелә.

«Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 72 фельдшерға 500 мең һум түләнә.

Муниципаль-ара үҙәктәре өсөн һорау ҙур булған 125 белгескә — 1 миллион һум.

Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡығандарға аҡса түләнә башланы. 1033 студентҡа — 5 мең һум, 416 ординаторға 8 мең һум бирелә.

Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренең минималь оклады 13 042-нән 17 177 һумға тиклем арттырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1354379-v-bashkirii-otmechaetsya-snizhenie-potrebnosti-v-meditsinskikh-rabotnikakh/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть