Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе махсус операцияның башланыуы тураһында иҫкәртте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

16 сентябрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаты — боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.

Штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.

Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.

ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы бармы, юҡмы икәнен тикшерә.

Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ-ның рәсми сайтында йәки госуслуги.ру сайтында алырға була.      

http://www.bashinform.ru/news/1354335-gosavtoinspektsiya-bashkirii-predupredila-voditeley-o-starte-spetsoperatsii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть