Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Аманат» журналы милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Аманат» журналы «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды. Унда Рәсәй һәм Белоруссия баҫмалары ҡатнашты. Быйыл балалар киң мәғлүмәт саралары конкурсына ғаризалар һаны былтырғы конкурс менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк булды һәм 130 гәзит-журналдан ашып китте, тип хәбәр иттеләр журнал редакцияһынан.

Ғәҙәттәгесә, фестиваль барышында балалар киң мәғлүмәт саралары күргәҙмәһе, шулай уҡ нәшерселәр өсөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Балалар матбуғаты фестивален йылдағыса Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Матбуғат индустрияһы предприятиелары союзы уҙғара.

http://www.bashinform.ru/news/1354063-bashkirskiy-zhurnal-amanat-nazvan-luchshim-detskim-izdaniem-na-natsionalnom-yazyke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть