Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын 16,4 мең һумға тиклем арттыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Киләһе йылда пенсияның уртаса күләме 15 мең һум самаһы була. Эшләмәгән пенсионерҙар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме – 16,4 мең һум, тип хәбәр итә РИА  «Новости» Рәсәй өс яҡлы комиссияһы материалдарына һылтанма менән.

Быйыл илдә страховка пенсияһы 7,05% индексацияланды һәм инфляция кимәленән ашып китте.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, киләсәктә лә ошондай алымды ҡулланыу күҙаллана. Әйтәйек, 2020 йылда страховка пенсияһы —6 ,6%, социаль пенсияһы 7% индексациялана.

Башҡортостанстаттың 2019 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1,183 миллион пенсионер иҫәпләнде. Уларҙың 1,086 миллионы страховка пенсияһын алды.

Был ваҡытҡа республикала страховка пенсияһының уртаса күләме 14 меңдән ашты.

http://www.bashinform.ru/news/1353812-strakhovye-pensii-nerabotayushchikh-pensionerov-povysyat-do-16-4-tysyachi-rubley/

Теги: пенсия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть