Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда колледждарҙағы бюджет урындарын арттырыу күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2025 йылға Башҡортостан колледждарында бюджет урындарына ҡытлыҡ булыуы мөмкин, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

«Демографик хәлде иҫәпкә алып, 3 мең бюджет урынына контроль ҡабул итеү һандарын арттырырға кәрәк, шул иҫәптән медицина йүнәлеше буйынса – 400. Был 191 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау талап итә», — тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә колледждарға контроль ҡабул итеү цифрҙары туғыҙынсы класты тамамлаусылар һанынан күпкә аҙыраҡ.

Ағымдағы уҡыу йылына колледждар өсөн контроль ҡабул итеү цифрҙары  – 22 300 урын. Туғыҙынсы кластан һуң – 18 611, ун беренсенән һуң – 3 689 кеше.

Уҙған уҡыу йылы менән сағыштырғанда, контроль ҡабул итеү цифрҙары 3000 ашыу урынға кәмегән. Әйтәйек, 2018/2019 уҡыу йылына республикала контроль цифрҙар 25 334 урын тәшкил иткән.

«Шуның менән бергә туғыҙынсы класты тамамлағандар һәм туғыҙынсынан һуң колледждарға уҡырға инергә теләгәндәрҙең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә, — тип өҫтәне Айбулат Хажин. — Әгәр ошо уҡыу йылында туғыҙынсы класты тамамлағандар һаны 42 371 кешегә етһә, 2024 йылға иһә улар 53 534 була. 2019 йыл менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 26% арта».

Республика етәксеһе Радий Хәбиров колледждарға контроль ҡабул итеү һандарын өҫтәмә анализларға һәм бер айҙан был мәсьәләне яңынан тикшерергә ҡушты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Мәғариф министрлығы колледждар өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырыу тәҡдимен индерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1353688-v-bashkirii-planiruyut-uvelichit-chislo-byudzhetnykh-mest-v-kolledzhakh/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть