Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: Йылҡысылыҡта алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Беҙ йылҡысылыҡта һәр ваҡыт көслө булдыҡ, артабан да алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә Хөкүмәттә тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткән кәңәшмәнән һуң. «Йылҡысылыҡ беҙҙең өсөн милли традиция ғына түгел. Был – иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлөшө. Беҙ – аттарҙың һаны буйынса илдә икенсе, тармаҡта 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Ләкин һуңғы ваҡытта ул тарҡала башланы. Белгестәр етешмәй, хужалыҡтарҙың һәм ипподромдарҙың матди базаһы иҫкерә. Йылҡы һаны кәмей, легендар башҡорт аты генофондының сифаты ла. Ҡарарҙар ҡабул иттек:

1) 2020 йылға тоҡомсолоҡ эшен тәртипкә килтерергә;

2) тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн даими ат сабыштары уҙғарырға;

3) быйыл йылҡы үрсетеүселәргә дәүләт ярҙамы индерергә;

4) киләһе йылда белгестәрҙе уҡыта башларға;

5) балалар ат-спорт комплекстарына булышлыҡ итергә».

Башҡортостан аттар һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Тулайым ҡымыҙ  етештереү күләмендә республиканың өлөшө 45% тәшкил итә. Йылҡыларҙың күпселеге — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнде, киләһе ике йылға бурыс — уларҙың һанын меңгә арттырыу. 2019 йылда Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙарының «2018-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика бюджетынан 100 миллион һумға яҡын аҡса алыу мөмкинлеге бар.      

http://www.bashinform.ru/news/1353647-radiy-khabirov-liderskie-pozitsii-v-konevodstve-ne-sdadim/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть