Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18-20 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнә. Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков хәбәр итеүенсә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһының бай булыуы көтөлә, шуға күрә эшлекле һәм мәҙәни өлөштәргә бүленгән.

Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторола. 18 сентябрҙә П.И. Чайковский исемендәгеконцерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.

«Красная Пресня» мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан – Евразия йөрәге» фотокүргәҙмәһе асыла. Башҡортостандың Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов кеүек танылған фоторәссамдары эштәренән 30 стенд күрһәтелә. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем ҡарарға мөмкин.

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вилданов әйтеүенсә, юбилей көндәрен үткәреү барышында Өфөлә хаҡы 11 миллиард һумға баһаланған вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһе буйынса Внешэкономбанк вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар күҙаллана. «Был студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыр һәм тағы ла күберәк сит ил студенттарын йәлеп итер. Бөгөн беҙҙә 3 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала, 5 меңгә етер тип уйлайбыҙ», — тине ул.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу була. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

19 сентябрҙә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йортонда«Бөтә донъя фольклориадаһы: стартҡа тиклем бер йыл» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре 20 сентябрҙә «Зарядье» паркының ҙур амфитеатрында тамамлана. Был көндө Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы була. Күп функциялы майҙансыҡ башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлауға һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Тантаналарҙа Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары сығыш яһай. Улар араһында — Дилара Иҙрисова, Роберт Юлдашев, Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ», «Дәрүишхан» төркөмдәре, «Зәйнетдин» проекты.

http://www.bashinform.ru/news/1353124-moskvichi-smogut-oznakomitsya-s-natsionalnymi-obychayami-i-kulturoy-bashkirskogo-naroda/

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть