Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәр күрһәтелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумында республика мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәрҙе раҫларға тейештәр, тип яҙа «Ъ-Өфө», Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков белдереүенә һылтанма менән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә күп йылдар мөфтиәткә етәкселек иткән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды, июндә ул арабыҙҙан китте. Ошо ваҡыттан мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын уның урынбаҫары Айнур хәҙрәт Бирғәлин башҡара.

Баҫма хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе һайланырға тейешле съезд 16 октябргә билдәләнгән. Вячеслав Пятков һүҙҙәренсә, 55 кешенән торған пленум был вазифаға бер, шулай уҡ бер нисә кандидатура тәҡдим итә ала.

http://www.bashinform.ru/news/1352867-v-ufe-nazovut-pretendentov-na-post-muftiya-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть