Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда республика Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһен ҡарап йөрөгән саҡта шул хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бер нисә төбәктә ошондай программалар бар.

Был ихаталар республика Башлығы фондынан финансланырға тейеш. Бындай ихаталарҙы муниципалитетта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре билдәләй, һуңынан ғариза республика башлығына ебәрелә.

«Еңеүсе ихата буйынса миңә ғариза яҙыла һәм мин уны финанслай башлайым. Бер ихатаға 5 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға унда балалар майҙансығы ҡуйырға, ихатаның биләмәһе ныҡ ҙур булмаһа, шул аҡсаға уны тулыһынса төҙөкләндерергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.

http://www.bashinform.ru/news/1352538-v-bashkirii-poyavyatsya-dvory-glavy-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть