Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Алдынғы бал эшкәртеүселәр, умартасылар һәм ғалимдар ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков хәбәр итте.

Иглин районы умартасыһы Владимир Кугейко умарталығынан алынған йүкә балы сифат өсөн алтын миҙал яуланы. Балауыҙ декоратив шәмдәр ҙә юғары пробалы миҙалдар менән билдәләнде.

«Беҙҙең ассоциация — Рәсәйҙә балдың сифаты өсөн «Апимондия» конгресында алтын миҙалдар алған берҙән-бер ойошма! Башҡортостан умартасылары 2013 йылда — Украинанан, 2015 йылда — Көньяҡ Кореянан, 2017 йылда Төркиәнән наградалар алып ҡайтты һәм, ниһайәт, 2019 йылда Канадала еңде», — тине Сергей Мөлөков.

Беренсе Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы 1897 йылда Брюсселдә уҙған. «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы 1949 йылда Амстердамда XIII Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы ваҡытында ойошторолған. Бөгөн ул донъяның 82 иленән 118 ҡортсолоҡ союзын берләштерә. Ойошманың төп бурысы — бөтә илдәрҙә умартасылыҡтың ғилми, техник һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү. Рәсәйҙән «Апимондия» ағзалары — Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы. 47-се конгресс 2021 йылда Башҡортостанда уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1352436-bashkiriya-zavoevala-dve-zolotye-medali-na-apimondii-v-kanadskom-monreale/

Теги: Апимондия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть