Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95 ↓

EUR 71.12 ↓

19 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курстар башлана

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курстар башлана. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Баш.easy порталында виртуаль башҡорт теле кабинеты булдырылған. Унда онлайн-дәрестәр: аудио һәм видеочаттар, өйрәтеүсе контент урынлаштырылған. Дәрестәрҙе республика мәктәптәренең алдынғы башҡорт теле уҡытыусылары алып бара. Бөтәһе 34 дәрес үткәреү күҙаллана. Улар 2019 йылдың 15 сентябренән 2020 йылдың 31 майына тиклем һәр йәкшәмбе ойошторола. Теләге булғандар өсөн интернет һәм стационар компьютер йәки кеҫә телефоны ғына кәрәк.

Онлайн-дәрестәр «Туған тел илселәре» республика акцияһы барышында башлана. Проектты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге иғлан иткән. Ул туған башҡорт телен, телмәрен өйрәнергә, Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт белергә, башҡортса әҫәрҙәр уҡырға, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышырға теләгәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Башҡорт телен өйрәнергә һәм акцияла ҡатнашырға теләгәндәргә https://www.basheasy.com/  адресы буйынса инеп теркәлергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон:  8 (347) 216-36-35, электрон почта: rsentr@inbox.ru.

http://www.bashinform.ru/news/1352225-nachinayutsya-onlayn-kursy-obucheniya-bashkirskomu-yazyku-dlya-sootechestvennikov-za-rubezhom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть