Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.19 ↑

EUR 71.10 ↓

5 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй банкы Мостай Кәримдең 100 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле тәңкә сығарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

5 сентябрҙә Рәсәй банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы.

Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, яңы тәңкә «Рәсәйҙең күренекле шәхестәре» серияһын тулыландыра. Ике һумлыҡ аҡсаның тиражы — 3 мең дана, тип белдерҙеләр Рәсәй банкында. Шулай уҡ «Рәсәйҙең күренекле шәхестәре» серияһында атыу ҡоралы конструкторы Михаил Калашниковтың 100 йыллығына бағышланған тәңкә сығарыла.

2018 йылда был серияла Рәсәй банкы балетмейстер Мариус Петип, яҙыусы Максим Горький, астроном, геодезист Василий Струве һәм шағир, актер Владимир Высоцкий, ә 2019 йылда яҙыусы Виталий Биянкиҙың тыуыуына 125 йыл тулыу хөрмәтенә тәңкәләр сығарҙы.

2019 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.

Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан яҙыусының портреты төшөрөлгән марка һәм конверт почта әйләнешенә сыҡты.

http://www.bashinform.ru/news/1349972-bank-rossii-vypuskaet-pamyatnuyu-monetu-v-chest-100-letiya-mustaya-karima/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть